ЯЛСЫ, 12—18 бб. башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһында бойондороҡло халыҡ категорияһы. Үҙ хужалығы булмаған башҡорт аҫабалары Я. булып киткән. Байҙарға йышыраҡ йорт хеҙмәтсеһе сифатында ялланғандар. Хеҙмәт хаҡы бик түбән булған һәм бер нисә йыл эшләгәндән һуң бер тапҡыр (ғәҙәттә иген йәки мал) түләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин