ХӘБИБУЛЛИН Рәйес Рәхмәтулла улы (27.12.1938, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Балыҡлы а. — 28.7.2012, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1979), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1976, 1979). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда эшләй: 1972 й. алып производство‑техник бүлек нач., 1974 й. башлап аммиак, 1980 й. – минераль ашламалар з‑дының баш инженеры, 1983 й. алып ӨНИ эргәһендәге “Уфареактив” аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары эксперименталь‑тәж. з‑ды директоры. 1987 й. башлап Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ҒТИ‑нда: төп ғилми хеҙм‑р, 1991 й. алып етештереү, 1993 й. – дөйөм химия мәсьәләләре б‑са дир. урынбаҫары. 1995 й. башлап ӨДИСА‑ла: дөйөм химия каф. мөдире, 1997—2003 йй. химик технологиялар һәм сервис экологияһы ф‑ты деканы, 2001—07 йй. тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу каф. мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефтехимия процестарын интенсивлаштырыуға, аҙ күләмле химия продукттары, а.х. продукцияһы ҡалдыҡтарынан буяуҙар, ҡалдыҡһыҙ технологиялар эшләүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Эксплуатация установок по производству водорода и синтез‑газа. М., 1990.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов