ХӘБИБУЛЛИНА Гөлсөм Инсаф ҡыҙы (5.3.1943, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Хантағы ҡсб — 22.12.2016, Өфө), эстрада артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1977) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) 2004 й. тиклем Башҡорт филармонияһының һөйләү жанры артисы.

Юмор һәм сатира оҫтаһы. Х. сәхнә мөләйемлелеге, башҡарыу тәбиғилеге һәм хислелек хас булған. Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Ир таптым”; Д.Х.Болғаҡованың «“Кәзә мамығы” фирмаһы», “Шәхси һаҡсы” (“Телохранитель”); М.Сәлимдең “Президентҡа сығам”, “НЛО”, “Кишерләтә”, “Самогонсы Сәмиға”, “Реклама”, “Клон”; Н.Ш.Хафизовтың “Иларһың да, көлөрһөң дә”, “Тартырға бир” һ.б. интермедияларында көслө, буйһонмаусан ҡатын‑ҡыҙҙарҙың хәтерҙә ҡалырлыҡ образдарын ижад иткән. Атнабаев, А.Игебаев, М.Кәрим, Н.Нәжми, Ғ.Й.Рамаҙанов һ.б. әҫәрҙәре б‑са әҙәби программалар м‑н сығыш яһаған. СССР һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә булған. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова