ЯЛСЫҒОЛ Тажетдин әл‑Башҡорди [яҡынса 1767—68 — 26.6.1838, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Имәнлебаш а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны)], башҡорт суфый шағиры. Әл‑Башҡорди псевдонимы м‑н Я. “Рисаләи Ғәзизә” (“Ғәзизәгә хат”; 1795; беренсе тапҡыр 1847 й. Петербургта нәшер ителә) китабын баҫтырып сығарған. Р.Ф. Фәхретдиновтың “Аҫар” китабында ул Тажетдин бин Яҡшығол әл‑Болғари әл‑Иштәки булараҡ телгә алынған. Я. тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәттәр Ш.Мәржәниҙең “Мөстәфадел‑ахбар фи әхвали Ҡазан вә Болғар” (“Ҡазан һәм Болғар хәлдәре тураһындағы хәбәрҙәрҙән өҙөмтәләр”; 2‑се китап, 1900) китабына (унда ш. уҡ уның әл‑Башҡорди псевдонимы күрһәтелә), М.И. Өмөтбаевтың “Йәдкәр” китабына һ.б. индерелгән. Әйле ҡәбиләһе башҡорто. Балалыҡ һәм үҫмер йылдарында атаһы м‑н сәйәхәт иткән. Башланғыс белемде Дағстанда алған (1776—81), Диярбаҡыр ҡ. уҡыған (Төркиә, 1781—85). 1789 й. башлап Өфө губ. йәшәй: Өфө өйәҙе Сөн а., Минзәлә өйәҙе Ерекле а. (1792 й. алып; хәҙ. Ҡайынлы а.), Ҡыҙыл Сапсаҡ а. (1799 й. алып; икеһе лә — Түб. Кама р‑ны) һәм Юғары Нәлем а. (1825 й. алып; Зәй р‑ны; бөтәһе лә — ТР); мулла, мөҙәрис булған, дауалау эше м‑н шөғөлләнгән. “Рисаләи Ғәзизә” китабына дини‑мистик йөкмәтке хас, Аллаяр суфыйҙың “Ҫабат әл‑ғажизин” (“Көсһөҙҙәр ныҡлығы”) әҫәренә аңлатма булып тора. Я. тарафынан һәр бәйеткә комментарий бирелгән. Аңлатмаларына яңы хикәйәттәр һәм үҙ шиғырҙары индерелгән. Я. тарафынан ш. уҡ “Кафия” (“Рифма”), “Хикмәти Хидайә” («“Хидайәнең” йәшерен мәғәнәһе»), “Тәлхис” (“Өҙөмтә”) һ.б. китаптарға комментарийҙар яҙыл­ған. “Тарихнамә‑и болғар” (18 б. аҙ.) хеҙмәте болғар хандарының, башҡорт һәм татар ырыуҙарының тарихына (ҡара: Тарихнамә) арналған. Я. халыҡ медицинаһы т‑да “Фәваиде бәһавийә” (“Үҫемлектәрҙең файҙалы үҙенсәлектәре”) китабы, башҡорт һәм татар муз. ҡоралдарының тасуирламалары, педагогика, юриспруденция, этика, әҙәбиәт б‑са хеҙмәттәр авторы.

Әҙәб.: Г а л я у т д и н о в И.Г. “Тарих нама‑и булгар” Таджетдина Ялсыгулова. Уфа, 1998.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов