ЯМАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст.

К.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Урман Гәрә й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 753 кеше; 1920 – 876; 1939 – 950; 1959 – 963; 1989 – 556; 2002 – 519; 2010 — 482 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ямаҙы урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Емаҙы, Юмаҙы исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 48 кеше йәшәгән, 1865 й. 72 йортта – 418 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. Ә.М. Ғиниәтуллина, И.Ғ.Юзиев, Н.Ғ. Юзиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов