ХӘБИРОВ Камил Шәймулла улы [2.12.1933, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Әмир а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], торба һалыу краны машинисы. 1952 й. алып “Востокнефтепровод­строй” ААЙ‑ында эшләй: 1957 й. тиклем бульдозер машинисы, 1960 й. башлап СУ‑4, 1966—95 йй. СУ‑5 торба һалыу краны машинисы. Ишембай—Белорет—Магнитогорск,Уренгой—По­мары—Ужгород, Усть‑Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт,Туймазы—Омск һ.б.магистраль үткәргес торбалар төҙөүҙә ҡатнаша. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1985). Ленин (1964), Окт. Рево­люцияһы (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғәрхетдинов

Тәрж. А.Н.Күсеев