ЯМАҠАЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 175 кеше; 1939 – 220; 1959 – 229; 1989 – 217; 2002 – 192; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1919 й. Өфөөйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ҡалмаш а. (хәҙ. Шишмә р‑ны) кешеләре нигеҙ һала.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов