ХӘБИРОВ Салауат Вәли улы (24.2. 1947, Красноярск крайы Пировское а.), механик. Физика­матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2017). Новосибирск ун‑тын тамамлаған(1970).1974й.алыпӨАИ‑ла эшләй,1983 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — Математика ин‑тында төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1990—92 йй. БДУ‑ла уҡыта. 1993 й. алып Механика ин‑тында лаб. мөдире, 1994 й. – баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1993 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлауға, газ динамикаһына арналған. Х. тарафынан тулҡын тибындағы тигеҙләмәләрҙе төркөмләп классификациялау мәсьәләһендә алгебраның төп тигеҙләмәләренең үҙсәнлеге, дифференциаль подстановкаларҙың дауамы, матем. физика тигеҙләмәләре системаларының ярым моделдәре тикшерелә һәм уларҙы классификациялауҙың дөйөм законлыҡтары асыҡлана, бәрмә тулҡындың йылы үткәргән газ б‑са үҙәккә йыйылыуы т‑дағы фундаменталь мәсьәлә сиселештәренең яңы класы табыла, винт һымаҡ бәрмә тулҡынлы ағымдың булыуы, дифференциаль тигеҙләмәләр ярым моделдәренең иерархияһы, киңәйеүһеҙ идеаль газдың яҫы изотермик хәрәкәттәре иҫбатлана. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. А.Ф.Леонтьев ис.пр.лауреаты (2008).

Хеҙм.: Аналитические методы в газовой динамике. Уфа, 2003; Лекции по механике. Уфа, 2012; Элементы симметрийного анализа дифференциальных уравнений механики сплош­ной среды. Новосибирск, 2012 (авторҙ.).

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов