ЯМАЛЕТДИНОВА Клара Шәйех ҡыҙы (19.1.1953, Үзбәк ССР‑ы Тайтүбә а.), физик. Техник ф. д‑ры (2006). СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Өфөнөң 57‑се мәктәбендә уҡытыусы, 1978 й. алып “БашНИПИнефть” инженеры. 1980—97 йй. һәм 2000 й. башлап БДУ‑ла: 1991—92 йй. һәм 2000 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002 й. — сифатты тикшереү каф. мөдире. 2009 й. башлап Ырымбур ун‑тының Өфө филиалында аҙыҡ биотехнологияһы һәм сифатты тикшереү каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2010 й. алып БДУ‑ла уҡыта һәм 2011 й. башлап БР Стратегик тикшенеүҙәр ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатнаш ҡыҫырыҡлау режимында нефттеңауыр сығарыла торған запастарын үҙләштереү ысулдарын эшләүгә, микро‑ һәм нанокапилляр физика позицияһынан сығып айырым бер күҙәнәк моделендә ике фазалы мөхиттәрҙең гидромеханикаһын тикшереүгә; халыҡ‑ара стандарттар б‑са сифат менеджменты системаларын әҙерләүгә һәм пр‑тиеларҙа индереүгә арналған. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 29 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Газовые методы повышения нефтеотдачи. Уфа, 1999 (авторҙ.); Методы оптической компьютерной микроскопии в исследовании процессов массопереноса в теории подземной гидрогазодинамики. Уфа, 2006; Охрана окружающей среды при добыче природных битумов и высоковязких нефтей. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Р.Н.Ғимаев Тәрж. Э.М.Юлбарисов