ХӘБИРОВА Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17.8.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Малаяҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а.), ортопед‑травматолог. Мед. ф. д‑ры (1982). ТАССР‑ҙың атҡ. табибы (1985), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Туймазы үҙәк район дауахана­һында, 1958—61 йй. Баулы үҙәк район дауаханаһында (ТАССР) эшләй. 1962—87 йй. Ҡазан ортопедия һәм травматология ҒТИ‑нда (1982—86 йй. бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге аяҡ‑ҡулдарҙың йомшаҡ туҡымалары һәм һөйәктәре зарарланғанда даими магнит ҡырының тәьҫирен өйрәнеүгә, ҡатнаш һәм бер юлы күп һөйәктәрҙең һыныуын, быуын эсе йәрәхәтлә­неүен диагностикалау һәм тергеҙеүсе дауалау алымдарын камиллаштырыуға арналған. Х. ҡатнашлығында ҡулбаш һөйәгенең проксималь бүлеге һыныуын, оҙон көпшәле һөйәктәр остео­миелитын хирургик дауалау ысулдары, быуын эсе һыныуын дауалау өсөн ҡоролма эшләнә. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина