“ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”, монография (М., 1981). Ә.Ә.Юлдашев етәкс. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Башҡорт дәүләт уни­верситеты коллективы телселәре (Т.М.Ғарипов, М.В.Зәйнуллин, К.Ғ. Ишбаев, Н.Х.Ишбулатов, Н.Х.Мәҡсүтова, В.Ш.Псәнчин, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов һ.б.) тарафынан яҙылған. Башҡорт теленеңхәҙ. төркиәт һәм башҡорт тел ғилеме ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп яҙылған тәүге акад. норматив грамматикаһы. Монографияның төп бурысы — хәҙ. башҡорт әҙәби теле фонетикаһының, морфологияһының һәм синтаксисының етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән мәсьәләләрен хәл итеү һәм уларҙы системалаштырып тасуирлау. Хеҙмәттә Н.К.Дмитриев тарафынан яҙылған “Башҡорт теленең грамматикаһы” осоронан алып телдә булған структур һәм функциональ үҙгәрештәр сағылған. Инештән, 5 бүлектән (һәр береһендә ярашлы теманың эшләнеү дәрәжәһе т‑да инеш иҫкәрмә бирелә) һәм ҡушымтанан тора. Инештә башҡорт әҙәби телен өйрәнеү тарихы һүрәтләнә. “Башҡорт әҙәби теленең өн төҙөлөшө” бүлегендә һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың өйрәнелмәгән аллофондары тасуирланған, баҫым, ижектәр, ш. уҡ ассимиляция, диссимиля­ция һәм метатеза т‑да мәғлүмәттәр килтерелгән. “Башҡорт алфавиты һәм орфографияһы” бүлегендә башҡорт теле графикаһы һәм орфографияһының төп принциптары эшләнгән. “Фономорфология буйынса мәғлүмәттәр” бүлегендә тәүге тапҡыр агглютинация, редупликация һәм аналитик форма яһалыш ваҡытында һүҙ нигеҙенең һәм аффикстарының үҙгәреү процесын сағылдырыуға ынтылыш яһалған. “Морфология” бүлегендә һүҙ төркөмдәренә структур, ш. уҡ семантик характеристика бирелгән, яңы грамматик ка­тегориялар айырылған, һүҙьяһалыш ысулдарын тасуирлауға айырым иғтибар бүленгән, тәүге тапҡыр килештәр мәғәнә яғынан бүленгән. “Синтаксис” бүлегендә һүҙҙәрҙең синтаксик бәйләнеше типологияһы яңыса яҡтыртылған, үҙенсәлекле конструкция – теҙем ҡаралған. Ҡушымтаһында монографияла теркәлгән морфемаларҙың күрһәткесе бирелгән.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов