ХӘҘЕРГЕ БИШБӘЙГЕ, тотҡарлыҡтар үтеп һыбай йөрөүҙе (конкурс), шпагалар м‑н фехтованиены, пистолеттан атыуҙы, йөҙөүҙе һәм еңел атлетика кросын үҙ эсенә алған спорт төрө. Башҡортостанда Х.б. 20 б. 60‑сы йй. башында “Спартак” ДСО‑һында Н.Г. Юрченко етәкс. тәүге секция асылыуға бәйле үҫешә башлай. 1963 й. БАССР йыйылма командаһы беренсе тапҡыр РСФСР халыҡтары спартакиадаһында ҡатнаша. 1965 й. Респ. йәштәр спорт мәктәбендә (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) Х.б. бүлеге, 70‑се йй. башынан “Буревестник”, “Урожай”, “Хеҙмәт” ДСО‑ларында, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәтендә секциялар асыла. Өфөлә Бөтә Рәсәй ярыштары (1970), “Буревестник” (1973) һәм “Урожай” (1980—81) ДСО‑ларының Үҙәк советтары беренселектәре, РСФСР чемпионаты (1987), үҫмерҙәр (1975) һәм үҫмер спортсылар (1982) араһында СССР беренсе­лектәре, үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселеге (2009) була, йыл һайын Салауат Юлаев призына Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә (1983 й. алып). БАССР йыйылма команда­һы — РСФСР кубогын яулаусы (1983), РСФСР (1986—87), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1983), Бөтә Рәсәй йәштәр уйындары (1984, 1994) чемпионы. Респ. Х.б. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры В.М.Зинковский була (1965). Халыҡ‑ара ярыштарҙа И.В.Андреев, И.Р.Баянов, Е.Ю.Гречишникова, Е.В.Зинковский, Р.В.Сабирхужин, С.Т.Солтанова, О.Н.Шакиров һ.б. юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе бар. 1968 й. башлап БР Х.б. федерацияһы эшләй. Х.б. м‑н тренерҙар В.С.Голиванов, А.Д.Дулатов, А.М.Уткин, В.М.Чудновский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.М.Зинковский

Тәрж. Г.А.Миһранова