ЯМАНПОРТ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 219 кеше; 1959 – 528; 1989 – 228; 2002 – 209; 2010 — 164 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ф.К.Заһирова

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов