ХӘЗИЕВ Ғәҙелгәрәй Закир улы [15.5. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Ҡалмаш а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 12.2.2012, Өфө], ветеринар врач. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), ветеринария ф. д‑ры (1982), проф. (1986). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Иглин р‑нында эшләй: район а.х. идаралығының ветеринар врач‑эпизоотологы, Таутөмән МТС‑ының өлкән ветеринар врачы, Таутөмән ветеринария участкаһы мөдире. 1960 й. алып (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н ғилми‑производство ветеринария лабораторияһында (1970 й. — бүлек мөдире). 1963 й. башлап КПСС‑тың Башҡорт өлкә ком‑ты инструкторы, 1965 й. — БНИИСХ‑ның дир. урынбаҫары. 1982—2009 йй. БДАУ‑ҙа (2001 й.тиклем паразитология һәм вирусология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эпизоотологияға, зооантропоноздарҙы, гельминттарҙың төр составын өйрәнеүгә, ҡоштарҙың гельминтоздарын иҫкәртеү һәм дауа­лауға, антгельминтиктар эшләү һәм индереүгә арналған. Х. тарафынан Башҡортостан терр‑яһында өйрәктәрҙә (36, ш. иҫ. яңы төр — Leucocloridia morpha skrjabini), тауыҡтарҙа (16), ҡаҙҙарҙа (13), цесаркаларҙа (11), күркәләрҙә (8) гельминт төрҙәре асыҡланған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1998—2009).

Хеҙм.: Современные методы ветеринарной обработки животных. Уфа, 1971 (авторҙ.); Зооантропонозы и их профилактика. Уфа, 1998; Гельминты и гельминтозы птиц в Башкортостане и их профилактика. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова