ЯМАНТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы иң бейек тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Белорет р‑нында Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендәге Инйәр һәм Кесе Инйәр йй. араһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1640 м, оҙонлоғо 5 км, киңлеге яҡынса 4 км. Формаһы һуҙылған. Битләүҙәре текә, төньяҡта — киртләсле, көньяҡта һәм көнсығышта һаҙланған. Билән м‑н айырылған 2 түбәһе — Оло (1640 м) һәм Кесе (1510 м) Я. бар. Түбәләре көмбәҙ рәүешендә, киртләсле, битләүҙәрендә курумдар таралған; төньяҡҡа табан 2 армыт – Шәкетар (1174 м) һәм Ҡарауыл (1235 м) тауҙары һуҙыла. Урта рифейға ҡараған егәлгә свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандары көрәнһыу урман, болон, тау тундра­һы тупраҡтарындағы бейек үләнле тау болондары һәм тау тундралары ҡатыш һирәк урмандар м‑н алмашына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: ике енесле энәле көртмәле, ирәмәл алтын тамыры, ирәмәл тырнағуты, Крылов зыягөлө, күгелйем төлкө ғойроҡ, Леман таутишәре, тығыҙ бетүлән, урал ҡамғағы һ.б.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров