ХӘЗИЕВ Ғәлимйән Мөхәмәтша улы [11.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исмаил а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). ТАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1981), СССР‑ҙың (1981), ТАССР‑ҙың (1985) почётлы нефтсеһе. 1949 й. алып “Татнефть” ААЙ‑ның Әлмәт быраулау эштәре идаралығында быраулаусы, инструментсы‑комплектлаусы, 1967—94 йй. быраулау мастеры. Х. ҡатнашлығында нефть ятҡылыҡтарын быраулауҙа алдынғы ысулдар, яңы техника һәм технологиялар индерелә. Х. бригадаһы 9‑сы биш йыллыҡ план осоронда юғары күрһәткестәргә өлгәшә (1971 й. — 120,5 мең м, 1975 й. 110,7 мең м тау тоҡомон быраулай). Ленин (1971),“Почёт Билдәһе” (1959) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев