ХӘЗИЕВ Фәнғәт Хаммат улы (27.4. 1936, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Яланғас а.), тупраҡ белгесе, агрохимик, агроэколог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991),биол.ф. д‑ры (1983), проф. (1989). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1960). 1963 й. алып Өфө биология ин‑тында эшләй: 1969 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1977 й. — тупраҡ ғилеме лаб. мөдире, 2002 й. — баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1984— 92 йй. БР ФА‑ның Биол. фәндәре бүлексәһендә фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1995— 2002 йй. экология бүлеге мөдире, 1995—2006 йй. акад.‑секретарь. Республикала тупраҡ ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индерә. Фәнни эшмәкәрлеге агроэкологияға, биохимияға, тупраҡ­тың ферментатив активлығына, тупраҡтың серетмә, азот, фосфат торошон, ауыл хужалығында ҡулланғанда, мелиорация үткәргәндә, ерҙәрҙе яңыртыу һәм техноген бысра­тыу ваҡытында уның үҙенсәлектәре динамикаһын комплекслы өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан агроэкосистемаларҙы экологик оптималләштереү концепциялары һәм нормативтары, нефть м‑н бысранған тупраҡты яңыртыу ысулдары эшләнә. Башҡортостандың тупраҡ (1990), тупраҡ‑эрозия (1995) карталарын төҙөүҙә ҡатнаша. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2001), В.Р.Вильямс ис. пр. (1983) лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2016).

Хеҙм.: Почвы Башкортостана: в 2 т. Уфа, 1995—1997 (авторҙ.); Методы почвенной энзимологии. М., 2005; Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.

Тәрж. А.Н.Күсеев