ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы (8.9.1941, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Алексеевка а. — 22.12.2012, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1967). 1960 й. алып Омск ҡ., Үзбәк ССР‑ының, Печора ҡ. төрлө пр‑тиеларында; 1970 й. башлап “Башсантехмонтаж” тресында эшләй. 1985—88 йй. “Вечерняя Уфа” гәз. мөхәррир урынбаҫары, 2000—01 йй. баш мөхәррир; 1988 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1991—2004 йй. (өҙөклөк м‑н) “Слово” нәшриәтенең ген. дир., 2005—12 йй. “Скиф” нәшриәтенең (бөтәһе лә — Өфө) баш мөхәррире. Шулай уҡ Шамил Азаров псевдонимы аҫтында баҫылған. “Ҡояшлы ҡала” (“Солнечный город”) исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1976 й. сыға. Х. ижадының төп темалары — хеҙмәт героикаһы, йәшәү мәғәнәһе. “Көн тыуыр әле” (“Да будет день”; 1983), “Ауыл өҫтөндә болот” (“Туча над деревенькой”; 1991), “Ғаләм кеүек күңелһеҙ тарих” (“Грустная, как мир, история”; 2001) һ.б. хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары авторы. Шулай уҡ фантастика өлкәһендә эшләгән. Р.Камал, Р.Ғ. Солтангәрәев, М.Ә.Әхмәтшин һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Красный стык: рассказы. М., 1980; Мир вашему дому: рассказы, повесть. М., 1986; Кто остановил часы?: рассказы. Уфа, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов