ХӘЙБУЛЛИН Ғәзимулла Ғәйнулла улы [12.8.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Иҙрис а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 16.9.1995, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1951—93 йй. “Гидравлика” ДУП‑ында токарь булып эшләй. Х. ҡатнашлығында 8‑се биш йыллыҡ планды үтәгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшелгән, ТА‑6, ТА‑8, ТА‑8А һ.б. ярҙамсы энергия ҡулайламалары үҙләштерелгән. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

И.Ш.Мөхәмәтов

Тәрж. А.Н.Күсеев