ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы [29.12.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 10.11.1943, Белорус ССР‑ының Воломановка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944).Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ейәнсура р‑нының “Ҡыҙыл Һүрәм” к‑зында эшләй. 1941 й. окт. алып Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы ҡорал отделениеһы ком. гвардия сержанты Х. 1943 й. 27 сент. Белорус ССР‑ының Нивки а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләк­ләнгән. Х. исеме м‑н Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. урам аталған, Байдәүләт а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин