ХӘЙБУЛЛИН Мөхәмәт Миңлеғәлим улы [1.6.1956, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Әхмәр а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], агроном. А.х. ф. д‑ры (2007), проф. (2010). М.Х.Хәйбуллиндың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1981 й. тиклем Ишембай р‑нының “Искра” к‑зында баш агроном булып эшләй. 1983 й. алып БДАУ‑ҙа: 1994 й. башлап ботаника, үҫемлектәр физиологияһы һәм селекцияһы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1996 й. — мөдире, 2010 й. — агротехнологиялар һәм урман хужалығы ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге ҡый үләндәре биологияһы, а.х. культуралары һәм дарыу үҫемлектәре физиологияһы өлкә­һендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Х. тарафынан БР‑ҙың ауыл хужалығы зоналары шарттарында картуф үҫтереүҙең прогрессив алымдары һәм технологиялары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Высокоурожайные кормовые культуры на полях Башкортостана. Уфа, 2008 (авторҙ.); Системы обработки почвы в севооборотах степных и лесостепных агроландшафтов Башкортостана. Результаты опытов и предложения производству. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев