ХӘЙҘӘРОВ Әмирйән Сөләймән улы [20.11.1911, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Үрге Ҡоҙаш а.(БР‑ҙың Тәтешле р‑ны) — 25.11.1996, шунда уҡ], кавалерист, кесе лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов кавалерия уч‑щеһын тамамлаған (1944). 1934 й. тиклем “Урал” к‑зында эшләй, 1939—41 йй. Ҡоҙаш ауыл ҡулланыусылары йәмғиәте (икеһе лә — Тәтешле р‑ны) рәйесе. 1934—37 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июненән Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се гвардия кавалерия корпусының 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының пулемёт взводы ком. ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Х. 1943 й. 28 сент. Белорус ССР‑ының Вялье а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. башлап запаста. 1946—51 йй. Ҡоҙаш ауыл ҡулланыусылары йәмғиәте рәйесе, 1955 й. алып Яңауыл р‑нының “Урал” к‑зында өлкән урмансы. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Х. исеме м‑н тыуған ауылында һәм Тәтешле р‑ны Үрге Тәтешле а. урамдар аталған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин