ХӘЙҘӘРШИН Ғәйнанша Хәйҙәрша улы [5.2.1911, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байғужа а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) — 4.12.2006, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Магнитогорск металлургия комб‑тында, 1932—34 йй. һәм 1940—41 йй. Яңауыл р‑нының М.В.Фрунзе ис. к‑зында, 1934—40 йй. Пермь ҡ. эшләй. 1941 й. июленән Ялан, Төньяҡ Кавказ һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 110‑сы гвардия уҡсылар див. 117‑се гвардия айырым сапёр батальонының отделение ком. гвардия рядовойы Х. 1943 й. 9 окт. Украина ССР‑ының Дериевка а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Яңауыл р‑нының Байғужа а/с, М.В.Фрунзе ис. к‑зында рәйес булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Байғужа урта мәктәбе ихатаһында Х. бюст ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин