ХӘЙРЕТДИН Мөжәй (ысын исеме Хәйретдинов Мозаһит Хәйретдин улы; 26.3.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Төрөкмән а., хәҙ. Октябрьский ҡ. эсендә, — 4.9.1944, Дахау концентрацион лагеры, Германия), яҙыусы. 1938 й. Хасан күле эргәһендә совет‑япон ҡораллы конфликтында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1919 й. алып Ҡыҙыл Армияла. Полк ком. вазифаһында әсирлеккә эләгә (1942), йәшерен антифашистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашҡаны өсөн атыла. Әҫәрҙәре 1920 йй. баҫыла башлай. Ижадының төп темаһы — совет һалдаттарының тормошо, уларҙың ҡаһарманлығы, Ватанға һөйөү. “Мылтыҡлылар” (1932; татар телендә) исемле шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар китабы авторы. Шиғырҙары “Улар сафта” (1961; татар телендә), “Өс шағир‑яугир” (“Три поэта‑воина”; 1979) коллектив йыйынтыҡтарына ингән. “Һуғыш яҙмалары” (татар телендә, 1968; урыҫса тәржемәһе 1978) китабы фронт яҙмаларынан, хикәйәләренән һәм шиғырҙарынан тора. Октябрьский ҡ. Х. исеме үҙәк китапханаға бирелгән, уның исеме м‑н урам аталған, бюст, Х. йәшәгән йортҡа ме­мориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2001 й. Октябрьский ҡ. хакимиәте тарафынан уның ис. премия булдырылған.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов