ХӘЙРЕТДИНОВ Ирек Абдулхаҡ улы (11.3.1932, ТАССР‑ҙың Норлат станцияһы ҡсб — 9.5.2011, Өфө), геохимик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1988), проф. (1991). Ҡазан ун‑тын та­мамлағандан һуң (1954) шунда уҡ эшләй. 1957 й. алып Урал геол. идаралығында (Свердловск ҡ.) ревизия‑тикшереү партияһы нач., 1959 й. — эҙләү‑разведкалау, геол. күсермә алыу партияларыныңөлкәнгеологы;1962й. башлап Себер геология, геофизика һәм минеральсеймал ҒТИ‑ның Красноярск комплекслы лаб. эшләй; 1964 й. алып Красноярск геол. идаралығының тәж.‑методика партияһы начальнигы. 1969 й. башлап Геология ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974—2002 йй. лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. алып БДУ‑ның геология һәм геоморфология каф. мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге геохимия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Яңы ғилми йүнәлеш — электрогеохимияға нигеҙ һалыусы. Х. та­рафынан тәбиғи электр ҡырҙарына бәйле вулкан‑ултырма һәм гидротермаль сығышлы файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеү законлыҡтары, Башҡорто­стандың Урал аръяғындағы вулкан‑колчедан формацияларының мәғдәндәрендә алтын мәғ­дәне минераллашыуын прогнозлау‑эҙләү критерийҙары, тау ландшафтарына антропоген йөкләнеште баһалауҙың геохимик ысулдары нигеҙләнгән; сульфид ятҡылыҡтарын эҙлә­гәндә минералогик термобарометрия һәм атмотерегөмөш ысулдары индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Основы электрогеохимии магматических и метаморфических процессов. М.,

1990; Электрогеохимические модели рудообразования. Уфа, 1997 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов