ХӘЙРЕТДИНОВ Әлфәт Фазлетдин улы (16.9.1938, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Уҫман‑Ташлы а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (1991), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. урман белгесе (1998), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2011), БССР‑ҙың атҡ. урман белгесе (1990). БАХИ‑ны (1962),Урал урман‑техника ин‑тын (Свердловск ҡ., 1966) тамамлаған. 1963 й. башлап БАССР Урман хужалығы министрлығының Өфө урман комб‑тында (1969 й. алып баш урмансы),1973 й. — БДАУ‑ҙа (1982—2009 йй. урмансылыҡ каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдағы рекреацион урмансылыҡҡа, урман тергеҙеүгә, урманды файҙаланыуға, ағас үрсетеүгә арналған. Х. тарафынан тәбиғи һәм яһалма экосистемаларҙың барлыҡҡа килеү һәм эшмәкәрлек итеү законлыҡтары билдәләнә; мемориаль комплекстарҙы йәшелләндереү проекттары, Башҡортостан урмандарында ағас ҡырҡыу ҡағиҙәләре төҙөлә һәм индерелә. Х. етәкс. БР‑ҙың Урман планы эшләнә (2008). 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Экология и экономика рекреационного лесопользования. Казань, 2010 (авторҙ.); Введение в лесоводство. Екатеринбург, 2011 (авторҙ.); Ландшафтные рубки в лесопарках. Екатеринбург, 2011 (авторҙ.).

И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. А.Н.Күсеев