ХӘЙРЕТДИНОВА Татьяна Борисовна (28.8.1948, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны та­мамлағандан һуң (1972) Силәбе ҡ. 8‑се ҡала дауаханаһында эшләй. 1973—75 йй. Силәбе өлк. ревматология шифаханаһында бүлек мөдире, 1979 й. алып БДМУ‑ла (1993 й. — пропедев­тика м‑н факультет педиатрияһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре кардиология, инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, халыҡ һаулығын нығытыу, тыумыштан йөрәк етешһеҙлектәре булған балаларҙы диагностикалау, диспансерлаштырыу һәм реабилитациялау мәсьәләләренә арналған. 235‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй йәмәғәт һаулығы ассоциацияһының Башҡ‑н төбәк бүлексәһе рәйесе (2003 й. алып), БР‑ҙа халыҡ һаулығын ны­ғытыу б‑са халыҡ‑ара СИНДИ программаһы етәксеһе (2000—13).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина