ХӘЙРУЛЛИН Айрат Хәлил улы [27.7.1934, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Төрөштамаҡ а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 10.8.2008, Мәскәү], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1979), проф. (1982). Ленинград финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) СССР ЭЭМ‑ының Красноярск урман холоҡ төҙәтеү‑хеҙмәт учреждениеһы идаралығында эшләй, 1957—58 йй. “Арланнефть” нефть промыслаһы идаралығында (Нефтекама ҡ.) баш бухгалтер. 1961—65 йй. һәм 1968—80 йй. СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә, 1965—68 йй. һәм 1986—88 йй. БАХИ‑ла; 1980 й. алып ӨАИ‑ла: иҡт. һәм производствоны ойоштороу каф. мөдире, иҡт. һәм машиналар эшләү сәнәғәтен ойоштороу каф. мөдире, инженер‑техник ф‑т де­каны.1988—2002 йй. ӨДСИ‑лә (1994 й. тиклем иҡт. теорияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1998—2005 йй. Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге йәмәғәт производствоһы, хаҡ яһалышы, төбәк иҡтисады һөҙөмтәлелеген һ.б. тикшереүгә арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Резервы хлебного поля. Горький, 1979.

 Тәрж. А.Н.Күсеев