ХӘЙРУЛЛИН Владимир Ихсан улы (5.9.1956, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә эшселәр ҡсб), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1992 й. тиклем ӨАИ‑ла, 1996 й. алып БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында (2014 й. тиклем эшлекле сит тел һәм тәржемә каф. мөдире) уҡыта, бер үк ваҡытта 2016 й. башлап ӨДНТУ‑ның сит телдәр каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тәржемә теорияһы һәм практикаһына, семантика, когнитив лингвистика һәм лингвокультурология проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Перевод и когнитология. Уфа, 1997; Категория справедливости в истории политико‑правовой мысли. М., 2009; Языковая избирательность и высказывание. М., 2010.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов