ХӘЙРУЛЛИН Вәғиз Нурулла улы [14.12.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Һикәлекүл а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 10.7.1999, ш. уҡ р‑ндың Шишмә а., тыуған яғында ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). 1945 й. алып “Трактор” к‑зында, 1953 й. — “Шишмә” к‑зында (икеһе лә — Дүртөйлө р‑ны) эшләй: 1956 й. башлап баҫыу­сылыҡ бригадаһы бригадиры, 1959 — 90 йй. рәйес. Х. етәкс. “Шишмә” к‑зы үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: 1984—86 йй. иген культураларының уңдырышлылығы — 35,3 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3496 кг тәшкил иткән. Ленин (1986), Окт. Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ф.В.Кашапова

Тәрж. А.Н.Күсеев