ХӘЙРУЛЛИН Рәфис Наил улы (30.1.1962, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ артисы (1993). Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1983; педагогы Н.Д.Юлтыева) Волга буйы хәрби округының (Куйбышев ҡ.) йыр һәм бейеү ансамбле бейеүсеһе, 1985 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2004 й. — Респ. халыҡ ижады үҙәгенең (Өфө) хореография б‑са баш белгесе, 2016 й. — Башҡорт филармонияһының гастроль эшмәкәрлеге б‑са белгесе. Х. башҡарыу сәнғәтенә һығылмалыҡ, актёрлыҡ оҫталығы, дәрт хас. Бейеүҙәре юғары һикерештәр, виртуоз трюктар башҡарыу м‑н айырылып тора. “Гопак”, “Бесәнселәр”, “Бүләк”, “Өс туған”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Яҙғы ташҡын” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ пар­тиялар башҡара. Рәсәй һәм донъяның 30 иле буйлап гастролдәрҙә була.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова