ХӘЙРУЛЛИН Федрат Ғаттуф улы (13.7.1938, Байрам‑Али ҡ. — 25.6.2005, Өфө), социолог. Филос. ф. канд. (1972), социол. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып Өфө индустриаль‑пед. техникумының ВЛКСМ ком‑ты секретары. 1966 й. башлап Өфө ВЛКСМ‑ының Киров район ком‑тында, 1968 й. – ӨДАТУ‑ла эшләгән. Фәнни тикшеренеүҙәре юғары техник белем биреү мәсьәләләренә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Гуманизация высшего технического образования как фактор духовно‑нравственного воспроизводства инженерных кадров. Уфа, 1998.

Э.И.Саттаров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев