ХӘЙРУЛЛИНА Вәҡифә Ғилман ҡыҙы (1.3.1947, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Монас а.), философ. Иҡт. ф. канд. (1983), филос. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2012), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Өфөнөң 20‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1974 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй (1984 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). 1989 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДУ‑ла уҡыта (2008— 10 йй. иҡтисадта матем. ысулдар каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы). 1997—98 йй. Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт теорияһының соц.‑филос. аспекттарына, ижадҡа һәм хеҙмәткә кешенең һәләттәре формалашыуы һәм үҫеүе проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Теория воспроизводства труда и трудового потенциала. Уфа, 2001; Трудоспособность человека: социально‑философский анализ. Уфа, 2005; Творческий компонент труда как императив культуры современности. М., 2007.

А.И.Хәйруллина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев