ХӘКИМ Ниғмәт [Хәкимов Ниғмәтулла Ғиниәтулла улы; 29.12.1889, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) – 3.8.1937, Мәскәү], төркиәтсе, шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен, Ленинград көнсығыш ин‑тын (1930) тамамлаған. 1912 й. алып Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а., 1917 й. – Златоуст ҡ., 1918 й. – Өфөлә уҡыта, ш. уҡ “Шәреҡ ярлылары” (Өфө) гәз. редакцияһында эшләй. 1921–26 йй. Ташкент вуздарында уҡыта, 30‑сы йй. башынан Ҡазанда, 1935 й. алып Ҡазан ун‑ты китапханаһында ғилми хеҙм‑р. “Йөрәк моңо”, “Күңел дәрте” (икеһе лә – 1913; татар телендә) шиғри йыйынтыҡтары авторы. Фәнни эшмәкәрлеге төрки телдәрҙеңүҫеше, татар теле грамматикаһы (“Килеш мәсьәләһе”, 1923; “Грамматиканы ентекле тикшереүҙә иң мөһим тарихи моменттар”, 1926; һ.б.) мәсьәләләренә арналған. “Иҙеүкәй” (ҡара: “Иҙеүкәй менән Мораҙым”) төрки эпосының бер вариантын яҙып ала. “Ҡатай башҡорттары” (1914) мәҡәләһендә ҡатай ырыуы башҡорттарының көндәлек тормошо, фольклоры т‑да мәғлүмәт бирелгән. Философия һәм ислам тарихы б‑са “Диалектик материализм” (1925), “Исламдың килеп сығышы” (1926; икеһе лә – татар телендә) хеҙмәттәре; 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се Бөтә Союз төркиәтселәр съезы делегаты (Баҡы, 1926). 1936 й. репрессиялана, атыла. 1958 й. аҡлана. Х. исеме м‑н тыуған ауылында, Ҡыйғы р‑нының Үрге Ҡыйғы а. урамдар аталған.

Әҙәб.: Сагитов М.А. Нигматулла Гиниятуллович Хакимов //Советская тюркология. 1979. № 6; Возвратим имя твоё истории...: сб. док., материалов и воспоминаний. Уфа, 2002.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов