ХӘКИМОВ Рәмил Ғәрәф улы (13.6. 1932, Өфө — 29.6.1999, шунда уҡ), яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң(1954)“Советская Башкирия”гәз. әҙәби хеҙм‑р, 1956—60 йй. “Ленинец” гәз. бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары. “Ус төбөндәге йөрәк” (“Сердце на ладони”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1963 й. сыға. Х. әҫәрҙәренә проблемаларҙың актуаллеге, гражданлыҡ яңғырашы, хислелек хас. “Ваҡытҡа тоғролоҡ” (“Верность времени”; 1982), “Йыһан һәм башаҡтар тауышы” (“Голос космоса и колосьев”; 1969) шиғри йыйынтыҡтары авторы. “Бында Азия Европа менән осраша” (“Здесь Азия встречается с Европой”; 1967), “Ете юлда” (“На семи дорогах”; 1974) һ.б. очерктар китаптарында Башҡортостандың һәм унда йәшәүселәрҙең — нефтселәр һәм игенселәрҙең, химиктар һәм ҡымыҙсыларҙың, металлургтар һәм урмансыларҙың — әҙәби портреттары бирелгән. “Ун тост — бөтәһе лә Грузия өсөн” (“Десять тостов — и все за Грузию”; 1969), “Әзербайжан йәйғоры” (“Радуга Азербайджана”; 1974), “Шатлыҡлы ер” (“Радостный край”; 1975) йыйынтыҡтарына ингән очерктарының төп тема­һы — халыҡтар дуҫлығы. Х. әҫәрҙәре грузин,инглиз,ҡаҙаҡ,немец,поляк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Ф.Ә.Иҫәнғоловтың“Батырҙар утрауы” (1967; урыҫса тәржемәһе 1968) повесын, Д.Исламовтың“Мәскәү юлы” (1968; урыҫса тәржемәһе 1974) романын, Б.Бикбай, Х.Ғиләжев, М.Кәрим һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. “Һаумы, Өфө!” (“Здравствуй, Уфа!”; 1962), “Үҙгәргән төбәк” (“Преображённый край”; 1965), “Әнәс Асаевҡа 60 йәш” (“60 лет Анасу Асаеву”; 1991) һ.б. т/ф сценарийҙары авторы. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1976).

Әҫәрҙ.: Книга о Башкирии: рассказы. М., 1964; Мост: очерки. М., 1973; Сабантуй: очерки. М., 1975.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов