ХӘКИМОВ Ә. МУЗЕЙЫ. Дәүләкән ҡ. урынлашҡан. 2005 й. Ә.Хәкимовтың мемориаль йорт‑музейы булараҡ ойошторола, Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Музей фондында 1200‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ә.Хәкимдең китаптары, шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, аудио‑ һәм видеоматериалдары, портреты (рәссамы А.Ә.Абдулатипов), ағас бюсы (скульпторы М.Р.Сәғитов), Хәкимовтар нәҫеле шәжәрәһе, бар. 3 бүлектән торған экспозицияла яҙыусының тормошо һәм ижады т‑да фото‑ һәм документаль материалдар урын алған, уның эш кабинеты һәм ҡунаҡ бүлмәһе интерьеры тергеҙелгән. Музейҙа хәтер кисәләре, балалар ижады конкурстары үткәрелә, “Дим” әҙәби берекмәһе эшләй.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов