ХӘКИМОВА Светлана Фәрит ҡыҙы (21.6.1963, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Иҫке Сәпәш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2006) һәм атҡ. (1997) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы. Һөйкөмлөлөгө,муз.һәләтлелеге,сәхнәлә үҙен еңел тотоуы Х. байтаҡ лирик‑драматик [Сәрби (“Йәш йөрәктәр”, Ф.Бурнаш), Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙың ш. уҡ исемле драмаһы), Ләлә (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Альбина (“Бәхет хаҡы”, Х.С.Мөҙәрисова)], лирик‑комик [Һандуғас (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин; дебют, 1991), Сәрүәр (“Башмағым”)] ролдәр тыуҙырырға мөмкинлек бирә. Әлфиә образы (“...Шайморатов‑генерал”, Ф.М.Бүләков)—трагик яңғыраш көсө, ҡотолғоһоҙ юғалтыу ауырлығы, Алтынай (“Өҙөлгән туй”, З.Ҡ.Атнабаева), Бикәй (“Аҡ пароход”, С.Т.Айытматов) образдары тәрән драматизм м‑н һуғарылған. Х. ижадында А.Н.Островскийҙың“ Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б‑са “Аҡ ҡанатлы хыялым” спектаклендәге Негина роле айырылып тора. Эстрадала сығыш яһай; репертуарында “Көйөлдө”, “Сәлимәкәй”, “Томан” башҡорт халыҡ йырҙары, ш. уҡ С.Ә.Низаметдинов, С.Ғ.Садиҡова, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. йырҙары бар.

Т.Д.Бабичева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова