ХӘЛЕКӘЙ, Һ ы у ы ҡ ш и ш м ә, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Хәлекәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1283 кеше; 1920 — 1834; 1939 — 945; 1959 — 726; 1989 — 411; 2002 — 380; 2010 — 350 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Стәрлебаш башланғыс мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1754 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр һәм типтәрҙәр нигеҙ һала. 1784 й. бында ш. уҡ шарттарҙа татар дәүләт крәҫтиәндәре, 1788 й. — типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 1795 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны) Ашҡаҙар а. яһаҡлы татарҙар күсеп ултыра. 1865 й. 120 йортта 878 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1920—30 йй. Яңы һәм Иҫке Хәлекәй аа. булараҡ иҫәпкә алынған. Ф.М.Ғүмәров, Р.И.Мозаһитов, Р.Шаммас ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев