ЯМАШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Ямаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 42 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2524 кеше; 1920 – 3410; 1939 – 2041; 1959 – 1603; 1989 – 1173; 2002 – 1142; 2010 – 1025 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губ. килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 209 йортта 1458 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, сана яһау, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Я. улус идараһы урынлашҡан, сиркәү (1830 й. төҙөлгән), 2 һыу тирмәне, 20 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, министрлыҡ уч‑щеһы, земство мәктәбе, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, дауахана, 2 тирмән, 15 тимерлек, почта бүлексәһе, шарап, 5 бакалея һәм 6 мануфактура кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов