ЯМСКОЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Матвеев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 549 кеше; 1920 – 598; 1939 – 647; 1959 – 355; 1989 – 112; 2002 – 99; 2010 — 80 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. башында, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1752 й. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡортттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 129 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 70 йортта 484 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған, йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов