ЯНБАРИС, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1906 й. – 567 кеше; 1920 – 571; 1939 – 553; 1959 – 330; 1989 – 108; 2002 – 98; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 17 б. уртаһында Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 17 б. 2‑се ярт. бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп урынлаша. 1795 й. 18 йортта 91 кеше йәшәгән, 1865 й. 82 йортта – 512 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, ел һәм һыу тирмәндәре теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов