ХӘМЗИН Адоль Сағман улы (7.2. 1934, Өфө), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1966). Ленинград хореография уч‑щеһын (1953; педагогы А.И.Пушкин), Юғары проф. мәҙәниәт мәктәбен (Ленинград, 1981) тамамлаған. 1953 й. алып Ленинград Бәләкәй опера һәм балет театры солисы, 1974 — 80 йй. Ленинград боҙҙағы балетының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1963 й. башлап А.Я.Ваганова ис. Урыҫ балеты акад. (С.‑Петербург) уҡыта. Акад. стилдәге классик бейеүсе, дуэт бейеүҙәре оҫтаһы. Төп партиялары: Мензер (“Ете һылыу” — “Семь красавиц”, Ҡ.Ә.Ҡараев; дебют, 1953), Дафнис (“Дафнис менән Хлоя”— “Дафнис и Хлоя”,М.Равель), Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Солор (“Баядерка”), Кавалер (“Пахита”; икеһе лә — Л.Ф.Минкус) һ.б.Иң яҡшы партияларының береһе—Олаф (“Сольвейг”, Э.Григ). Донъяның 43 илендә гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында СССР‑ҙың халыҡ артисы Л.И.Семеняка, РСФСР‑ҙың халыҡ артисы Г.С.Мезенцева, РСФСР‑ҙың атҡ. артисы Т.А.Квасова бар. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова