ХӘМЗИН Зиннур Рәхмәтулла улы (13.8.1948, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Баҙыҡ а.), аппаратсы. 1965—67 йй. Стәрлетамаҡ ағас эшкәртеү комб‑тының балта оҫтаһы‑станоксыһы, 1969 й. алып “Авангард” з‑ды аппаратсыһы, 1971—2004 йй. “Каустик” ЯАЙ (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.) аппаратсыһы, машинисы. Х. ҡатнашлығында янмай торған кабель пластикаттары алыу технологияһы производствоға индерелә. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1990).

Тәрж. А.Н.Күсеев