ХӘМИД (Хәмиҙуллин) Ризуан Мирхәбибулла улы (24.10.1941, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Уҫман‑Ташлы а. — 17.9. 2017, Ҡазан), драматург. ТССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). Ҡазан пед. ин‑тын (1971), ГИТИС эргәһендәге Юғары театр курстарын (1979), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (1983; икеһе лә – Мәскәү)тамамлаған. 1963 й. алып Ҡазанда эшләй: 1971 й. башлап “Чаян” (“Саян”; 1975 й. алып бүлек мөдире) ж. әҙәби хеҙм‑р, 1979—81 йй. “Татарстан яшляре” (“Татарстан йәштәре”) гәз. редакцияһы эргәһендәге әҙәби берекмә етәксеһе; 1984 й. башлап Яр Саллы ҡ.яҙыусылары ойошмаһының яуаплы секретары, 1985—87 йй. ТАССР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары. 70‑се йй. аҙ. баҫыла башлай. Әҫәрҙәре йәштәр тормошона, әхлаҡ проблемаларына арналған. “Ҡайтыр инем” (1982), “Ҡайын еле” (1987; икеһе лә – татар телендә) һ.б. китаптар авторы. Х. пьесалары б‑са БР театрҙарында спектаклдәр ҡуйылған. М.Йәлил ис. пр. лауреаты (1984).

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов