ХӘМИҘУЛЛИН Марат Өмөтбай улы [2.1.1936, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Яр‑Бишҡаҙаҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 12.1.2011, Ишембай ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). 1958 й. алып Союз машиналар эшләү з‑дында токарь‑ҡырыусы, 1967—94 йй. “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑ның ремонт‑механика з‑дында эшләй. Х. ҡатнашлығында 11‑се биш йыллыҡ планды үтәгәндә, ш. иҫ. этилен һәм пропилен етештереү комплексын үҙләштергәндә, юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшелгән. Ленин (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), Хеҙмәт Даны (1973) орд. м‑н бүләкләнгән.

В.А.Потеряхин

Тәрж. А.Н.Күсеев