ХӘМИҘУЛЛИН Салауат Ишмөхәмәт улы (1.6.1968, Стәрлетамаҡ ҡ.), тележурналист.Тарих ф. канд. (2016). БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2009). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1992). 1991–2001 йй. “Башҡортостан” ДТРК мөхәррире; 2003 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында эшләй: 2003 й. окт. тиклем комментатор,2004й.нояб.башлап ижт.‑сәйәси һәм соц.‑иҡт. программалар мөхәррире, 2005 й. алып махсус хәбәрсе, 2009 й. — бүлек нач., 2010 й. — танып‑белеү программалары редакцияһы етәксеһе. Башҡортостан тарихы т‑да “Генерал Тәвкилевтең ысын тарихы” (“Подлинная исто­рия генерала Тевкелева”; 2009) документаль фильмы, “Дан өсөн тыуған” (“Рождённый для славы”; 1–3‑сө фильмдар; 1999–2000), “Әл‑Башҡорт иле тураһында тарихтар йыйылмаһы” (“Собрание историй о стране аль‑Башкурт”; 1–5; 2005–08), “Ҡайтарылған исемдәр” (“Возвращённые имена”; 1–3; 2009–10), “Башҡорт шәжәрәһе” (“Башкирское родословие”; 1–7; 2010), “Тарихи мөхит” (“Историческая среда”) циклдары һ.б. авторы һәм алып барыусыһы. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2012), Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. (2000) лауреаты.

Хеҙм.: Образование “Большой Башкирии”. Как это было... Уфа, 2008 (авторҙ.); Бурджаны в истории Евразии. Уфа, 2013; История башкирских родов. Т. 1—22. Уфа, 2013—2016 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов