ХӘМИҘУЛЛИНА Флүрә Ғирфан ҡыҙы (4.5.1937, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), инженер‑металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) 1998 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында эшләй: төркөм етәксеһе, 1972 й. алып лаб. начальнигы. 1960—65 йй.Урта Азия төҫ­лө металлургия ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй (Ташкент ҡ.). Х. ҡатнашлығында баҡыр‑цинк мәғдәндәре флотацияһының коллектив‑селектив схемаһы, уларҙы цианһыҙ байыҡтырыу технологияһы һ.б. эшләнә һәм индерелә. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1988). 15 фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Минеральные ресурсы Учалинского горно‑обогатительного комбината. Уфа, 1994 (авторҙ.); Учалинский горно‑обогатительный комбинат на рубеже 21 века. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Әҙәб.: Гибадатов А., Хасанов Ф. Оставила свой след Золотое сердце Учалов. Уфа, 1999.

Тәрж. А.Н.Күсеев