ХӘМӘЕВ Вәғиз Хәмәй улы (24.11. 1938, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Көнтүгеш а.–25.4.2003, Өфө.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1983). БР‑ҙың атҡ. химигы (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй (1983 й. алып ғәмәли химия һәм физика каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1992—96 йй.Теүәл ор­ганик синтез ҒТИ‑нда лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы эфирлы, азотлы, гетероциклик органик берләшмәләрҙе синтезлауға һәм тикшереүгә, уларҙы пластификаторҙар һәм синтетик майҙар, биологик актив матдәләр сифатында ҡулланыуға арналған. Х. етәкс. металдарҙы һалҡын килеш һәм йылытып прокатлау өсөн майлағыс, ион алмаштырыусы ыҫмалалар м‑н синтетик майлағыс майҙарҙы таҙартыу ысулы, тармаҡлы май к‑талары нигеҙендә пластификатор уйлап табылған һәм БР пр‑тиеларында производствоға индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 32 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Нафтеновые кислоты и продукты их химической переработки. М., 1982 (авторҙ.); Получение и применение перспективных сложноэфирных соединений в качестве синтетических масел и пластификаторов: темат. обзор. М., 1984. (Серия: Нефтехимия и сланцепереработка); Несимметричные триазины. Получение, свойства и применение. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Ә.К.Мәзитова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов