ЯҢАУЫЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Дәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 164 кеше; 1959 – 185; 1989 – 233; 2002 – 239; 2010 — 311 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дәүләт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1929 й. Тамъян‑Ҡатай кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Амангилде, Ҡаҙмаш, Әбделғәзе аа. кешеләре нигеҙ һала. Х.С.Фазылов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов