ХӘНИФИҘӘР, сөнниселектәдүрт дини‑хоҡуҡи мәктәптең (мәҙһәбтең) береһенә эйәреүселәр. Х. мәҙһәбе 8 б. Иранда барлыҡҡа килгән, нигеҙ һалыусы Әбү Хәнифә исеме м‑н аталған. Төп принциптары: ожмах (шәхси фекер), ҡыяс (оҡшашлыҡ б‑са фекер йөрөтөү), истихсан (өҫтөнлөк биреү). Башҡа төрлө фекер йөрөтөүселәргә, йәһүдтәргә, христиандарға ҡарата түҙемлерәк булыуы, мосолман хоҡуҡ системаһына ерле традициялар һәм йолалар (ғөрөф, ғәҙәт) индереүе м‑н бүтән мәҙһәбтәрҙән айырылып тора. Эйәреүселәр һаны бик күп. Х. Рәсәй, Афғанстан, Индонезия, Иран, Ҡытай, Сүриә, Һиндостан мосолмандары араһында өҫтөнлөк итә. Башҡортостанда мосолмандарҙың күпселеге Х. ҡарай.

Әҙәб.: Самигуллин В.К. Ислам и право: опыт постижения. Уфа, 2006.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина